

Күңелһеҙ ваҡиға Сибай ҡалаһының иман йорттарының береһендә булған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай буйынса бүлексәһенә хәйер һалыу йәшнигенән аҡса урлауҙары хаҡында хәбәр килә. Бур мәсеткә ишекте емереп ингән. Оператив-эҙләү эше барышында ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Ул Ейәнсура районынан 37 йәшлек ир булып сыға.
Асыҡланыуынса, ғәйепләнеүсе Магнитогорск ҡалаһынан Сибайға бер аҙ аҙна элек килгән. Ошо ваҡытта бер туҡтауһыҙ эсеп йөрөп, ҡайҙа етте, шунда йоҡлаған.
– 10 августа төндә иҫерек сағында ҡыуаҡлыҡ араһында уянған да үҙенән алыҫ булмаған мәсетте күреп ҡалған. Бында хәйер һалыу йәшниге барлығын уйлап, аҡса урлау ниәте барлыҡҡа килгән, - тип һөйләй Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай буйынса штаб инспекторы Азалия Азаматова.
Медицина битлеге, бирсәткәләр кейеп, ҡыуаҡлыҡта тапҡан таҫтамалды башына урап, ир енәйәт ҡылырға булған. Мәсеттә берәүҙең дә булмауына тамам ышанғас, ишекте емереп, хәйер һалыу йәшниктәрен тышҡа алып сыҡҡан. Артабан урлаған аҡсаны күрше кварталда һанаған - "табышы" ете мең тирәһе тәшкил иткән.
– Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене асыҡлаған һәм ҡулға алған. Ул быға тиклем Ейәнсура районынан хөкөм ителгән ир булып сыҡҡан һәм үҙ ғәйебен таныған. Аҡсаның бер өлөшө тартып алынған, әммә ҡалғанын ул спиртлы эсемлек һәм ризыҡҡа тотоноп өлгөргән. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған, - ти Азалия Азаматова.
Ниндәй заманға килеп еттек. Хатта мәрхүмдәр рухына тип бирелгән аҡсаларҙы кемдер спиртлы эсемлеккә ҡуллана.
Фото: "Башинформ"