

Башҡортостанда балаларға бәйле йәнә бер ҙур фажиғә була яҙҙы. Ҡариҙел районы үҙәгендә ике йәшкә тиклемге ике сабый ағас пирстан Ҡариҙел йылғаһына ҡолаған. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Саҡ ҡына һуңғараҡ малайҙарҙың ике туған булыуы асыҡланды. 1,6 һәм 1,7 йәшлек сабыйҙар йылға янындағы ихатанан киткән һәм пирсҡа барып, һыуға ҡолаған. Балаларҙы һыуҙан һөйрәп сығарған саҡта улар иҫһеҙ була. Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһы табиптары реанимация саралары үткәрә һәм малайҙарҙың йөрәген яңынан эшләтеп ебәрә. Әлеге ваҡытта уларҙың үпкәләре яһалма елләтелә, табиптар хәлде контролдә тота.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте