Хәүефһеҙлек
13 Август 2022, 06:30

Янғында бала ғүмере өҙөлдө

Һигеҙ йәшлек ҡыҙ бала һөрөм менән ағыулана...

Янғында бала ғүмере өҙөлдөЯнғында бала ғүмере өҙөлдө
Янғында бала ғүмере өҙөлдө

Бөгөн төнгә сәғәт 2-лә Салауат ҡалаһындағы Ленин урамында урынлашҡан йорттарҙың береһендә янғын сыға. Биш ҡатлы йорттоң һуңғы ҡатында ике бүлмәле фатир янып китә. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Шылтыратыу килеү менән 20 минут үтеүгә янғын һүндереүселәр килеп етеп, утты һүндерергә өлгөрә. Тик һөрөм газы һигеҙ йәшлек балаға зыян килтереп өлгөрә. Уны һөрөм төтөнө менән ағыуланған килеш табиптар ҡулына тапшыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала дауаханала һәләк була.

Шулай уҡ янғын һүндереүселәр йорттан 11 кешене, шул иҫәптән ике баланы сығара. Уларҙың һаулығына зыян килмәгән.

Урында әле янғын буйынса тәүтикшереүсе эшләй, ул янғындың сәбәптәрен асыҡларға тейеш.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас