Хәүефһеҙлек
14 Август 2022, 09:00

11 йәшлек кенә батыр ҡыҙ...

Янғын алты бала йәшәгән фатирҙа башланған. Әсәләре уларҙы күршелә йәшәгән өләсәләре ҡарамағына ҡалдырып, ҡайҙалыр киткән була.

11 йәшлек кенә батыр ҡыҙ...11 йәшлек кенә батыр ҡыҙ...
11 йәшлек кенә батыр ҡыҙ...

Ишембай ҡалаһының Бульвар урамындағы йорттарҙың береһендә иртә менән янғын сығыуы тураһында хәбәр диспетчерға килеп етеү менән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  Башҡортостан буйынса Баш идаралығы һәм янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре ярҙамға ашыға. Биш ҡатлы йорттоң тәҙрәһенән сыҡҡан ҡуйы ҡара төтөндө күреп, кешеләрҙе хәүефле урындан тышҡа сығара башлайҙар. Ҡурҡыныс янаған йорттан 14 кеше, шул иҫәптән 10 бала, тиҙ генә урамға сығарыла. Ә йорттан бөтәһе 30 кеше эвакуациялана.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, янғын иртәнге 8 сәғәттә һүндерелә. Янғында 11 йәшлек ҡыҙ бала йәрәхәтләнгән, өҫтәүенә уның ниндәй зирәк, ҡыйыу ҡыҙ икәнлеге лә асыҡланған. Янғын алты бала йәшәгән фатирҙа башланған. Әсәләре уларҙы күршелә йәшәгән өләсәләре ҡарамағына ҡалдырып, ҡайҙалыр киткән була. Балалар  ул көндә бер үҙҙәре генә йоҡлаған. Ҡыҙҙарҙың иң өлкәне янғын башланыуын иҫкәртеүсе ҡулайлама тауышынан уянып, кескәй генә өс һеңлекәшен йәһәт уятып, ут ялмаған фатирҙан алып сыға. 11 йәшлек батыр ҡыҙ үҙе янғында зыян күрә һәм уны ҡала бала дауаханаһына оҙатырға тура килә.

 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының башҡортостан буйынса Баш идаралығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас