Хәүефһеҙлек
14 Августа 2022, 13:00

Ҡорбандар араһында йәштәр ҙә, ҡарттар ҙа бар

Аварияларҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө.

Ҡорбандар араһында йәштәр ҙә, ҡарттар ҙа барҠорбандар араһында йәштәр ҙә, ҡарттар ҙа бар
Ҡорбандар араһында йәштәр ҙә, ҡарттар ҙа бар

Кисә-бөгөн республика юлдарында булған аварияларҙа дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Был турала ЮХХДИ-нан хәбәр итәләр.

Кисә кис Яңауыл районында, Яңауыл – Үрге Тәтешле юлының 26-сы километрында "ВАЗ-2121" машинаһы юлдан оса һәм түңкәрелә. Руль артында ултырған 73 йәшлек ир урында йән бирә. 36 йәшлек улы йәрәхәттәр ала һәм дауаханаға мөрәжәғәт итә.

Төндәге авария ике ғүмерҙе алып китә. Бүздәк районында, Һамар – Өфө – Силәбе юлының 1363-сө километрында “Лада Приора” автомобиле юлдан осоп, ауа. Руль артында 28 йәшлек Ростов өлкәһе кешеһе ултырған була. Һөҙөмтә насар: уның 23 йәшлек пассажиры урында һәләк була, водителдең үҙен дауаханаға алып барып өлгөрәләр, әммә ул унда йән бирә.

Кисә республика юлдарында 15 авария була, уларҙа өс кеше һәләк булып, 19-ы төрлө йәрәхәттәр ала. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 1400 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлай, 54 иҫерек водителде ҡулға ала. Әйткәндәй, уларҙың бишәүһе икенсе тапҡыр иҫерек килеш машинаға идара итергә булған.

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районында теркәлгән аварияла йәнә өлкән йәштәге ир һәләк булды. 73 йәшлек водитель "Шевроле Нива" машинаһында китеп барғанда юлдан төшөп китә һәм машинаһын ауҙара. Ул урында йән бирә, 51 йәшлек пассажиры дауаханаға эләгә.

Махсус хеҙмәттәр бөтә аварияларҙың да сәбәптәрен асыҡлай. Әммә был уйламағанда һәләк булған кешеләрҙе кире ҡайтармай. Юлға сыҡҡан саҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында онотмағыҙ. Улар ябай: тиҙлекте арттырмаҫҡа, уҙышҡа сыҡҡан саҡта хәүефһеҙ дистанция һаҡларға, хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктереп йөрөргә. Юлдарыбыҙ имен булһын! 

Фото: ЮХХДИ.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас