Хәүефһеҙлек
14 Августа 2022, 07:45

Табыл инде, сабый!

Дүрт йәшлек малай ихатаһында уйнап йөрөгән..

Табыл инде, сабый!Табыл инде, сабый!
Табыл инде, сабый!

Бөгөн иртә менән Иглиндә дүрт йәшлек бала юғалған. Малайҙың исеме Искәндәр Бикбаев. Был турала “Поиск детей Иглино” эҙәрмәндәре хәбәр итә. Улар белдереүенсә, малайҙы һуңғы тапҡыр ихатаһында уйнап йөрөгән килеш күргәндәр.

Билдәләре: буйы 101-105 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, һоро күҙле. Малай һоро шорты һәм һоро футболка, ҡара тапочки кейгән.

Әгәр һеҙ баланың ҡайҙалығын белһәгеҙ, 112 номеры буйынса полицияға хәбәр итеүегеҙҙе йәки “Балаларҙы эҙләү – Башҡортостан” ойошмаһының дежур номерҙарына шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар: 8-927-969-89-19 йәки 8-917-383-56-87.

Фото: "Моя Уфа" порталы. 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас