

Эштән ҡайтып барған Силәбе өлкәһе кешеһе Башҡортостан биләмәһендә ғәйеп булған. Был турала Златоуст ҡалаһынан булған 37 йәшлек Рафаэль Гәрәевтең туғандары һәм яҡындары саң ҡаға. Уның Нефтеюганскиҙан үҙенең Mitsubishi Lancer машинаһында ҡайтып килгәнлеге билдәле. М-5 трассаһынан хәрәкәт итеүсе ир Туймазы тирәһендә бәйләнешкә сыҡмай башлаған. Һуңғы тапҡыр ул 10 августа һөйләшкән, шунан бирле уның тураһында бер ниндәй ҙә хәбәр юҡ.
Рафаэль Гәрәевте эҙләргә "Лиза Алерт" отряды ирекмәндәре һәм полиция ҡушылған. Эҙәрмәндәр юғалыусының фотоһын таратыуҙа ярҙам һорай һәм һүрәттәге ирҙе күреүселәр булһа, 88007005452 (шылтыратыу бушлай) йәки ирекмәндәргә - 89525128285, 89025944314 һандары буйынса шылтыратыуҙарын үтенә.
Рафаэль Гәрәевтең билдәләре: буйы 185 см, уртаса кәүҙәле, ҡара-һоро сәсле, йәшкелт-һоро күҙле. Юғалған көнөндә өҫтөнә ҡара футболка, ҡара шорты кейгән, аяғында - күк сланцы.
Фото:newsbash.ru