

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Ҡариҙел районы үҙәгендә ике йәшкә тиклемге ике сабый ағас пирстан Ҡариҙел йылғаһына ҡолаған ине. Балаларҙы һыуҙан һөйрәп сығарған саҡта улар иҫһеҙ була. Ҡариҙел район үҙәк дауаханаһы табиптары реанимация саралары үткәрә һәм малайҙарҙың йөрәген яңынан эшләтеп ебәрә, уларҙың үпкәләре яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малайҙарҙың береһе кисә дауаханала вафат була. Ул ни бары йәш ярымлыҡ ҡына сабый. Әле табиптар икенсе малайҙың ғүмере өсөн көрәшә.
Күпме иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, йылға-күл буйҙарына балалар яңғыҙ бара, һыуға ҡолай, бата, аҙаҡ вафат була. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигәнде онотмаһалар ине ата-әсәләр. Аҙаҡ һуң була, әммә терһәкте тешләп булмай ғына шул.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.