Хәүефһеҙлек
15 Август 2022, 16:30

Кешеләр хәүефһеҙлеге – иң мөһиме

Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов нимәләр тураһында хәбәр итте? 

Кешеләр хәүефһеҙлеге – иң мөһимеКешеләр хәүефһеҙлеге – иң мөһиме
Кешеләр хәүефһеҙлеге – иң мөһиме

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы.

“Бөгөн “Армия-2022” халыҡ-ара хәрби-техник форумында Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Динар Заһит улы Ғилметдинов менән осраштым. Мөһим мәсьәләләр, шул иҫәптән 2030 йылға тиклем Башҡортостан биләмәһендә янғындарҙан ҡотҡарыу көстәре хаҡында һөйләштек. Республика биләмәһендә ете яңы янғынға ҡаршы часте төҙөүҙе күҙаллаған “Халыҡты һәм биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм кешеләрҙең һыу объекттарындағы хәүефһеҙлеге” федераль дәүләт программаһының “2020-2024 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһында янғын хәүефһеҙлеге” ведомство маҡсатлы программаһына индереү өсөн беҙҙең тарафтан проекттар йүнәлтелде.

“Хәүефһеҙ ҡала” аппарат-программа комплексын тормошҡа ашырыуҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырманыҡ. Республиканың Дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрлығы менән берлектә “112” мобиль ҡушымтаһын тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Ул смартфон ярҙамында мобиль ҡушымта аша саҡырыуҙы, ваҡиға фотоматериалы менән хәбәрҙе ебәреүҙе, иғлан иткән кеше тураһында мәғлүмәтте оператив, уның аныҡ координаталарын алыуҙы тәьмин итә.

Беҙҙең өсөн тағы бер көнүҙәк тема – “Ташҡын.2.0” гидромониторинг системаһын интеграциялау. Был – “Хәүефһеҙ ҡала” аппарат-программа комплексы сигменттарының береһе, система ташҡын хәүефе янаған урындарҙан боҙ янауы тураһында ваҡытында хәбәр итеүҙе тәьмин итә. 2021 йылда системаға яңы функционал – пилотһыҙ осоу аппараттарының һыу объекттары мониторингы өҫтәлде. Был йылғаларҙың боҙ тығылған участкаларын асыҡларға булышлыҡ итә. Ағымдағы йылда ғына гидромониторинг постары тағы 10-ға артты һәм 54 берәмек тәшкил итте.

Эш тиҙлеген кәметергә йыйынмайбыҙ. Кешеләр хәүефһеҙлеге – иң мөһиме”, - тип яҙҙы ул.

Фотолар: vk.com/ireksagitov

Кешеләр хәүефһеҙлеге – иң мөһиме
Кешеләр хәүефһеҙлеге – иң мөһиме
Кешеләр хәүефһеҙлеге – иң мөһиме
Кешеләр хәүефһеҙлеге – иң мөһиме
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас