Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Август 2022, 12:40

Кисә Динә менән хушлаштылар

Ҡатын оҙаҡ йылдар туҡмалып йәшәгән, ире үлтереү менән янаған.

Кисә Динә менән хушлаштылар
Кисә Динә менән хушлаштылар

Кисә Белорет ҡалаһында Белорет районы хакимиәтенең ауыл сәнәғәте секторы, ҡулланыусылар баҙарын анализлау һәм фаразлау һәм хеҙмәттәр бүлеге начальнигы Динә Махийәнова менән хушлаштылар. Мәғлүм булыуынса, уны элекке ире сәнсеп үлтергән.

Динә сығышы менән Белорет ҡалаһынан. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған. 18 йәшендә кейәүгә сыҡҡан. Шәхси компанияларҙа һатыу буйынса менеджер булып эшләгән, бер нисә йыл иренең фермаһы менән идара иткән. 2020 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетына уҡырға инә. 2020 – 2021 йылда ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативында бухгалтер булып эшләй, ә 2021 йылдың ноябрендә район хакимиәтенә эшкә урынлаша.

Һуңғы бер нисә ай балалары менән ата-әсәһендә йәшәгән. Ире менән айырылышҡан. Һәм бына элекке ире уны өйө янында һағалап тороп, 14 тапҡыр сәнскән. Ҡатын әхирәттәренең күҙ алдында һәләк булған.

Үлтереүсе ҡулға алынған. Динәнең таныштары һөйләүенсә, ҡатын оҙаҡ йылдар туҡмалып йәшәгән, ире һәр саҡ үлтереү менән янаған. Бисара бер нисә тапҡыр полицияға мөрәжәғәт иткән, әммә был уны үлемдән аралап ҡалмаған. Ҡатын балалары менн икенсе ҡалаға күсеп китергә хыялланған, ипотека кредитына фатир ҙа һатып алған булған.

Динәне хеҙмәттәштәре алсаҡ, ихлас ҡатын-ҡыҙ, яҡшы белгес тип хөрмәт менән иҫкә ала. Уның алты һәм 13 йәшлек улдары етем ҡалған. Ҡатынға 23 августа 32 йәш тулыр ине.

Был хәл Белорет халҡын шаңҡытты, әле социаль селтәрҙә ошо ваҡиға буйынса фекер алышыуҙар бара. 

Динә Фәрит ҡыҙы Махийәнованың туғандарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: Андрей Иванютаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.     

Кисә Динә менән хушлаштылар
Кисә Динә менән хушлаштылар
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: