

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәрендә лә республикала янғын сығыу осраҡтары теркәлде. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, бөгөн төндә Хәйбулла районының Һамар ауылында Зәки Вәлиди урамындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, урындағы ирекле янғын дружинаһы ебәрелгән.
Асыҡланыуынса, ут 9х8 квадрат метр майҙандағы кеше йәшәмәгән ағас йортта сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр унда бер ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүсеһе эшләй. Янғын сәбәптәре асыҡлана.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан республикала 7471 янғын сыҡҡан, уларҙа 135 кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы 166-һы төрлө йәрәхәттәр алған.
Көндәр ҡоро һәм эҫе тора, шуға күрә республикала янғын осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Ут менән эш иткәндә һаҡ булығыҙ!
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.