Хәүефһеҙлек
16 Август 2022, 14:30

Ике ир кәүҙәһе табылған

Берәүһенең кемлеге әле һаман асыҡланмаған... 

Ике ир кәүҙәһе табылғанИке ир кәүҙәһе табылған
Ике ир кәүҙәһе табылған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән йәнә ауыр яңылыҡ хәбәр итәләр: кисә Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында шаһиттар ике ирҙең кәүҙәһен тапҡан.

Бәхетһеҙ осраҡтарҙың береһе кисә Мәләүез районының Антоновка ауылы янындағы быуала була. Кешеләр һыу эсенән үле ирҙең кәүҙәһен һөйрәп сығара. Әле уның кемлеге асыҡлана.

Бөгөн бәлә Ағиҙел йылғаһында Дүртөйлө ҡалаһында була. Шулай уҡ шаһиттар йылға эсендәге утрауҙа кеше күренә тип ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. Улар йылға буйында 1952 йылғы ирҙең кәүҙәһен таба.

Ике ирҙең дә кәүҙәһе хоҡуҡ һаҡсыларына тапшырылған, әле оператив-тәфтиш саралар башҡарыла.

Әле йылы көндәр дауам итә һәм һыу инергә теләүселәр байтаҡ. Был йәһәттән ведомство хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә:

- рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ;

- алкоголле эсемлектәр һәм һыу инеү – бергә булырға тейеш түгел;

- балаларҙы даими контролдә тотығыҙ;

- көслө ағымлы текә яр буйында һыу инмәгеҙ;

- күперҙәрҙән, пристандәрҙән һикермәгеҙ;

- ағым баҫып алһа, уға ҡаршы көрәшергә тырышмағыҙ. Ағым буйлап йөҙөгөҙ, яйлап ярға яҡынлашығыҙ.

Фото: diapazon.kz

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас