Хәүефһеҙлек
16 Август 2022, 06:00

Мөғжизә көткәйнек тә...

Ике көн элек малайҙарҙың бәләкәйе вафат булғайны, бөгөн йәнә ауыр яңылыҡ

Мөғжизә көткәйнек тә...Мөғжизә көткәйнек тә...
Мөғжизә көткәйнек тә...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәбеҙ ҙә көткән мөғжизә тыуманы. Ауыр яңылыҡ еткерәбеҙ, Ҡариҙел йылғаһына йығылып төшкән сабыйҙың икенсеһе лә вафат булған. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бәхетһеҙ осраҡ 12 августа Ҡариҙел районында булғайны. Ике бәләкәй бала – 1,6 һәм 1,7 йәшлек ике туған ағалы-ҡустылы ағас пирстан Ҡариҙел йылғаһына ҡолап төшә. Сабыйҙарҙы аңһыҙ килеш табып алалар һәм тиҙ арала килеп еткән табиптар уларға реанимация саралары үткәрә. Һөҙөмтәлә, балаларҙың йөрәктәре тибә башлай һәм уларҙы дауаханала үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтыралар.

Ике көн элек малайҙарҙың бәләкәйе вафат булғайны, бөгөн икенсеһенең дә йән биреүе билдәле булды. Ата-әсәләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас