Хәүефһеҙлек
17 Август 2022, 15:00

Динәнең элекке ире ҡулға алынған

Быға тиклем ҡатын һәм уның туғандары ирҙең ҡатынды өйҙән сығармай тотоуы, телефонын ватыуы, ғауға ҡуптарыуы, үлтереү менән янауы тураһында полицияға мөрәжәғәт иткән булған.

Динәнең элекке ире ҡулға алынғанДинәнең элекке ире ҡулға алынған
Динәнең элекке ире ҡулға алынған

Уҙған аҙнала Белорет ҡалаһында район хакимиәтенең ауыл сәнәғәте секторын үҫтереү, ҡулланыусылар баҙарын анализлау һәм фаразлау бүлеге начальнигы Динә Махийәнованы элекке ире үлтереүе тураһында яҙғайныҡ инде. Был фажиғәле хәл видеояҙмаға эләккән. Яҙманы Белорет районы хакимиәте “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһенә һалған. Иҫкәртеү: видеояҙманы нервылары ҡаҡшағандарға һәм “18+” ҡарау тәҡдим ителмәй.

Яҙманан күренеүенсә, ир Динәнең ата-әсәләре йәшәгән йорт алдындағы вагон һәм баҡса кәртәһе араһында йәшенеп көткән. Ҡулында бысаҡҡа оҡшаған әйбер тотоп алған. Йортҡа яҡынлашҡан машинаны күреү менән эскә инеп боҫа. Ҡатын ишекте аса башлағас, ул йәшенгән урынынан сығып, уға ташлана. Һуңынан ҡыҙҙың әхирәте килеп сыға һәм енәйәтсене күрә. Ир ҡара эшен тамамлап, шунда уҡ ҡаса.

Белорет район суды ҡарары менән Динәнең элекке ире Алик ике айға ҡулға алынған, уға 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай. Судта ла ул үҙен тәкәббер тотҡан, етмәһә судҡа тиклем өй һағы аҫтында ҡалдырыуҙарын һораған.

Белорет район-ара тәфтиш бүлеге 37 йәшлек иргә “үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ир Динә менән айырылышыуҙарына риза булмаған. 12 августан 13 авгусҡа ҡарай төндә әхирәтенең тыуған көнөнән ҡайтып килгән Динәне көтөп ултыра һәм 14 тапҡыр сәнсеп ҡаса. Ҡатын алған яраларҙан шунда уҡ һәләк була. Беҙ аҙ ваҡыт үткәс, ир үҙе полицияға килеп, енәйәт ҡылыуын таныған.   

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, быға тиклем Динә һәм уның туғандары ирҙең ҡатынды туҡмауы, өйҙән сығармай тотоуы, телефонын ватыуы, ғауға ҡуптарыуы, үлтереү менән янауы тураһында полицияға мөрәжәғәт иткән булған. Бының өсөн ул бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, ғаилә ғауғасыһы тип иҫәпкә ҡуйылған, участка оперуполномоченный уны даими тикшереп торған.  

Әммә ирҙе бындай саралар тәрбиәләмәгән, һөҙөмтәлә ул 31 йәшлек ҡатындың башына етә, ике балаһын етем ҡалдыра.

Фото: "НТВ" каналынан скриншот.

Видеояҙма сығанағы: https://vk.com/beloradm.

Динәнең элекке ире ҡулға алынған
Динәнең элекке ире ҡулға алынған
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас