Хәүефһеҙлек
17 Август 2022, 13:30

Хәҙер камералар башҡасараҡ эшләй

Башҡортостан юлдарында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү өсөн саралар арттырыла.

Хәҙер камералар башҡасараҡ эшләйХәҙер камералар башҡасараҡ эшләй
Хәҙер камералар башҡасараҡ эшләй

Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге мәсьәләһе һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Күрелгән саралар арҡаһында йыл башынан авариялар һаны ла, уларҙа һәләк булған һәм йәрәхәтләнгәндәр ҙә кәмене. Әммә һандарҙы кәметеү менән генә эш сикләнергә тейеш түгел. Барыбер кешеләр әле һаман күпләп үлә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был теманы иғтибары үҙәгенән төшөрмәй, мөмкин булғанса күрһәткестәрҙе яҡшыртыуҙы талап итә.

Төбәк етәксеһе юлдарҙа хәүефһеҙлек өсөн бөтә яуаплыларҙың көсөн бергә туплау бурысын ҡуя. Радий Фәрит улы хәрәкәт хәүефһеҙлеген арттырыу буйынса республика программаһын әҙерләргә ҡушты. Бынан тыш, инфраструктура характерындағы аныҡ саралар күрелә. Мәҫәлән, фотовидеотеркәү камераларында хәүефһеҙлек сараларын арттырыу өсөн өҫтәмә функция өҫтәлгән.

Әле республика юлдарында төрлө функцияға эйә 1800-ләгән камера иҫәпләнә, шул иҫәптән улар тиҙлек режимын боҙоуҙы, ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙы, ҡайыштарҙы эләктермәүҙе һәм рулдә телефондан һөйләшеүҙе теркәй.

Бер нисә аҙна дауамында белгестәр фотовидеотеркәү камераларын көйләне һәм һынап ҡараны. 2022 йылдың 10 авгусынан камералар Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.6 һәм 12.36.1.статьялары менән ҡаралған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлай.

Бынан тыш, Өфө - Бөрө - Яңауыл дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлында биш өҫтәмә камера ҡуйылған, шул рәүешле уларҙың һаны 20 камераға еткерелгән. Был ошо юлда юл-транспорт ваҡиғаларының артыуына, шул иҫәптән ҡаршы һыҙатҡа сығыуға бәйле.

"Һигеҙ ай йомғаҡтары буйынса юл-транспорт ваҡиғаларының, шул иҫәптән зыян күреүселәрҙең кәмеүен күрәбеҙ. Ләкин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса аварияларҙы һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы кәметеүгә йүнәлтелгән сараларҙы көсәйтеүҙе дауам итәбеҙ. Былар машина йөрөтөү мәҙәниәтен яҡшыртыу, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыу һәм автомобиль юлдарының машиналар үткәреү һәләтен арттырыу буйынса һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн кәрәк, - ти Башҡортостан Республикаһының Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев.

Уның белдереүенсә, 20 июлдән 15 авгусҡа тиклемге осорҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар һаны түбәндәгесә: 20 июлдән 15 авгусҡа тиклем Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 12.15. статьяһы, 4-се бүлеге (ҡаршы һыҙатҡа сығыу) – 91 дана, кодекстың 12.9-сы статьяһы (тиҙлекте арттырыу) – 851 дана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Федерацияһында, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, транспорт сараһы водителе һәм пассажирҙары хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктерергә тейеш. Бынан тыш, водителгә хәрәкәт иткәндә телефондан һөйләшеү тыйыла.

Хәүефһеҙлек ҡайышы эләктермәгәндә йәки автомобиль менән идара иткәндә телефонды файҙаланғанда штрафты транспорт саралары хужалары - физик һәм юридик шәхестәр ҙә ала. Ошо ҡағиҙә боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡ ҡаралған: эләктерелмәгән ҡайыш өсөн мең һум һәм телефон өсөн - 1,5 мең һум.

 

Хәҙер камералар башҡасараҡ эшләй
Хәҙер камералар башҡасараҡ эшләй
Хәҙер камералар башҡасараҡ эшләй
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас