

Улар билдәһеҙ һәм ябылған сайттарға инеүҙе вәғәҙә инә, әммә VPN-сервистарға ышаныу шәхси мәғлүмәттәрҙе урлауға килтерә. Бөтә донъя селтәре ауына нисек эләгәләр? Аңлатабыҙ.
Роскомнадзор мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй VPN-сервистарҙы урынлаштырыу буйынса донъяла икенсе урында тора. Июлдең тәүге өс аҙнаһында илебеҙҙә уны 12 миллион тапҡыр күсереп алғандар.
Нимә ул VPN? Ул интернет селтәре аша виртуаль шәхси селтәрҙе урынлаштырыу технологияһы. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, программалаусылар ике нөктә араһында шифрлы туннель ойоштора. Был мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Мәғлүмәттәрҙе яҡлау технологияһын мәғлүмәттең таралыуы хужаларына бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал булған эшҡыуарлыҡта һәм эре сәнәғәт объекттарында файҙаланалар.
Асыҡ VPN-сервистарҙы шәхси маҡсатта файҙаланыу кире һөҙөмтәгә килтереүе лә ихтимал. Бында бер кем дә һеҙгә шәхси мәғлүмәттәр хәүефһеҙлеген тәьмин итмәй. “Инфосистемы Джет” компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы йылда шәхси мәғлүмәттең 15–20 проценты асылған.
Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса белгес, OTUS онлайн-университеты уҡытыусыһы Сергей Терешин һүҙҙәренсә, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең интернет файҙаланыусыларының 70 проценты үҙҙәренең шәхси мәғлүмәттәренең хәүефһеҙлеген бөтөнләй хәстәрләмәй. Интернет ҡулланыусылар телефондарына вирусҡа ҡаршы программа ла урынлаштырмай. VPN-сервистар менән файҙаланыу ҙа хәүефле, уларҙың күптәре сит илдә урынлашҡан.
– VPN-сервистарҙы файҙаланып, шәхси мәғлүмәттәрҙе тапшырыуҙы һәм эшкәртеүҙе контролдә тота алмайбыҙ. Бәйләнеш килгән серверҙар Ер шарының төрлө мөйөшөндә урынлашҡан. Етмәһә йыйылған мәғлүмәттәр Даркнетҡа һалына, унда хакерҙар эшләй, – тип аңлатты Сергей Терешин.
Эшләгән VPN-дан нимәне урлай алалар? Яуыз кешеләр исем-шәрифегеҙҙе, электрон почтағыҙҙы, һеҙҙең ғәмәлдәге IP-адресығыҙҙы, шулай уҡ логиндарығыҙҙы, паролдәрегеҙҙе һәм сайттарға инеү тарихығыҙҙы белә ала. VPN-ды эш ҡорамалдарында файҙаланыу икеләтә хәүефле.
– Был хакерҙарға селтәр эсенә инеү һәм финанс мәғлүмәттәргә эйә булыу, мәғлүмәттәрҙе урлау һәм шифрын асыу мөмкинлеген бирә. Урлаған әйберҙе улар үҙ файҙаһында ҡуллана, – тип билдәләне эксперт Сергей Терешин.
Шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау юлдары бар. Белгестәр VPN-сервистарҙы бөтөнләй файҙаланмаҫҡа кәңәш итә. Быны эре IT-гиганттар ҙа раҫлай. Магазиндар үҙҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйырға теләмәй һәм бындай хеҙмәттәргә етди талаптар ҡуя. Уларҙың был аҙымы VPN-сервистарға ышаныс булмауын күрһәтә.
Рәсәйҙә мобиль бәйләнеш операторҙары ла был темаға иғтибар итте. Роскомнадзор һәм Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы VPN-сервистарҙы тыйыу буйынса эш башланы.
Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған. Һеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙең теүәллеге – үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа.
Фото: shopozz.ru.