

Бөгөн төндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына Архангел районының Архангел ауылында торлаҡ йортта янғын тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына шунда уҡ министрлыҡтың һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәрҙең көстәре ебәрелгән. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениеһы килгән мәлдә бер ҡатлы ағас йортто ут ялмап алған була инде. Янғын таңға тиклем һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1963 йылғы ирҙең һәләк булыуы асыҡлана. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Бөгөнгө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республикала йыл башынан 7644 янғын теркәлгән, уларҙа 136 кеше һәләк булған, шул иҫәптән алты бала, тағы ла 166 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра. Ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә юл ҡуймаҫҡа, төҙөк булмаған электр ҡорамалдарын ҡулланмаҫҡа, тәмәке тартҡанда абай булырға саҡыра. Янғын сығыу менән 101 һәм 112 телефондарына шылтыратығыҙ.
Фото Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан.