

"Мәктәбем" федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы — уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн берҙәм мәғлүмәт урыны. Ул үҙебеҙҙең илдә уйлап табылған программа ярҙамында эшләнгән, шуға хәүефһеҙ һанала.
– Башҡортостан Республикаһы "Мәктәбем" федераль дәүләт мәғлүмәт системаһын һынауҙа ҡатнаша һәм уның менән республика мәғлүмәт системаларын интеграциялау проектын тормошҡа ашыра, – тине Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Мәғлүмәт технологиялары традицион уҡытыу системаларын алмаштырмай, тип билдәләне ул. – Был система уҡытыусыларҙың уҡытыу мөмкинлеген киңәйтә, ә балалар тикшерелгән ресурстар аша кәрәкле мәғлүмәтте таба ала.
Пилот режимында "Мәктәбем" системаһы ағымдағы йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙең 15 төбәгендә эшләй башлай, ә 2023 йылдың 1 ғинуарынан уны бөтә ил буйынса индереү күҙаллана.
Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығынан.