Хәүефһеҙлек
19 Август 2022, 10:51

Мәктәпкә йөрөү ҡыуаныс ҡына килтерһен

Балалар хәүефһеҙлеге – төп бурыстарыбыҙҙың береһе.

youtube.comyoutube.com
Фото:youtube.com

Юлдарҙа балалар хәүефһеҙлеге мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк. Һуңғы йылдарҙа илдә дөйөм авариялар һәм уларҙа һәләк булғандар һаны кәмеүгә ҡарамаҫтан, юлда үлгән йәки йәрәхәтләнгән һәр сабый – ҙур фажиғә. Быйылғы йылдың тәүге яртыһында ғына илебеҙҙә 221 бала һәләк булған, 7,5 меңе йәрәхәтләнгән. Бәлиғ булмағандарға бәйле юл-транспорт ваҡиғаларының иң ҙур өлөшө йәйге каникул һәм уҡыу йылы башланған осорға тура килә.

Хәлде яҡшыртыу өсөн бөтә яуаплы ведомстволарға бергәләп тырышырға кәрәк. Ошо йәһәттән был аҙнала “Берҙәм Рәсәй” партия­һының төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүл­мәһендә мәктәптәр, балалар баҡсалары һәм башҡа социаль әһәмиәтле объекттар янында йәйәүлеләр үткәүеле хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса эшсе төркөмдөң ултырышы үтте. Төркөмгә партия ағзалары, Дәүләт авто­инспекцияһы, “Рәсәй атайҙары” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы һәм башҡа йәмәғәтселәр инде.

Төркөмдөң эш планына юл участкаларына күсмә тикшереүҙәр үткәреү, шулай уҡ бала­ларға һәм уларҙың ата-әсәләренә юлдарҙағы хәүеф тураһында мәғлүмәт биреүгә йүнәл­телгән аңлатыу һәм мәғлүмәти акциялар үткәреү индерелгән.

Эшсе төркөм ултырышында Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова менән Динар Ғилметдинов, республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев, ЮХХДИ вәкилдәре, йәмәғәтселәр ҡатнашты.

Әлегә Башҡортостан мәктәптәре балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса тулы­һынса әҙер түгел. Бының өсөн һәр учреждение алдында светофор, тейешле юл билдәләре, яһалма тигеҙһеҙлек, сикләгестәр булырға тейеш. 22 августа яуаплы ведомстволар мәктәптәрҙе яңынан тикшерәсәк. 1 сентябргә иһә мөмкин булғанса барыһы ла әҙер булырға тейеш.

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас