

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Нуриман районының Павловка ауылында “Павловка һыуһаҡлағысындағы үтеүе ауыр булған урындарҙа янғын һүндереүҙе ойоштороу” темаһына янғын һүндереү күнекмәләре үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ҡатнашты.
– Әле республикала юғары класлы янғын хәүефе һаҡланыуына бәйле был сара әһәмиәтле. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вертолетты файҙаланып, республиканың төрлө райондарында ошондай күнекмәләр уҙғара. Быйыл улар Белоретта, Учалы райондарында һәм Өфө ҡалаһында үтте. Бүлексәләрҙең тәғәйенләнеш буйынса әҙерлеге, шулай уҡ ҡотҡарыусыларҙың, янғын һүндереүселәрҙең, иң мөһиме, беҙҙең яңы вертолеттың эшмәкәрлеге ғәмәлдә тикшерелде, – тип билдәләне Ирек Сәғитов.
Фараз буйынса, Павловка һыу һаҡланғысы эргәһендә үтеүе ауыр булған урында янғын сыға. Ул ел арҡаһында тирә-яҡтағы ауылдарға тарала башлай һәм ике кеше зыян күрә. Күнекмәләр барышында ут һүндереүселәрҙең генә түгел, ә ҡотҡарыусыларҙың да эшмәкәрлеге тикшерелде. Тормошта янғын һүндереүгә юлдар булмауы ла ҡамасаулай.
Сараға дүрт берәмек техника һәм 15 кеше йәлеп ителгән. Күнемәләрҙә ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшкәндәр.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте.