

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эксперттары был осраҡта статистика мәғлүмәттәрен килтерә: йылға һәм күлдәрҙәге иң йыш батыу осраҡтары иҫерек кешеләргә һәм үҙ көсөн самалай белмәгәндәргә тура килә.
Бындай осраҡта эксперттар һыу объекттарында күпселек фажиғәле хәлдәрҙе булдырыуға юл ҡуймаған ябай ҡағиҙәләрҙе күҙәтергә кәңәш итә:
махсус ойошторолған пляждарҙа ғына ял итегеҙ;
таныш булмаған урында һыуға суммағыҙ;
һыуҙа билдәләнгән сиктәрҙән (буй) сыҡмағыҙ;
суднолар юлына сыҡмағыҙ һәм уларға яҡын бармағыҙ;
һыуҙа уйын менән мауыҡмағыҙ;
иҫерткес эсемлек ҡулланғанда һыу инмәгеҙ.
Кем дә булһа бата башлағанда, кисекмәҫтән тирә-йүндә уға ташларлыҡ әйбер эҙләгеҙ, ул табылмаған осраҡта үҙегеҙ йөҙөп барығыҙ һәм бер юлы уны дәртләндергән, тынысландырған тауыш бирегеҙ. Йөҙөп килеп еткәс, был кешене аҫтан этергә һәм ярға табан ыңғайлатырға кәрәк. Ул һыуға батҡан хәлдә лә уны табырға һәм өҫкә сығарырға тырышығыҙ, бының өсөн ул һыу төбөнә киткән мәлдән алып алты минут самаһы ваҡыт бар.
Ярға алып сыҡҡас та, был кешене йөҙтүбән әйләндерегеҙ, ҡорһағы менән ул һеҙҙең тубыҡҡа ятырға, ә башы түбәнерәк булырға тейеш. Биленә ныҡ баҫҡылап, ашҡаҙанынан һәм үпкәһенән һыуҙы сығарырға тырышырға кәрәк.
Һеҙ медицина белеменә эйә оҫта йөҙөүсе булған осраҡта ла һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрән күҙәтеү һәм балаларҙы ла шуға өйрәтеү мөһим.
Фото: yandex.ru.