

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көндәрендә республика юлдарында үлемесле авария булған. Иртәнге сәғәт алтылар тирәһендә Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 104-се саҡрымында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, 36 йәшлек ир, «Шевроле Кобальт» менән идара итеп, юлдың уң яғына осҡан.
Водитель һәм уның пассажиры алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Енәйәт тураһында тулыраҡ мәғлүмәт асыҡлана.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: ЮХХДИ идаралығы сайтынан.