Хәүефһеҙлек
22 Август 2022, 14:30

Балалар йөрөгән юлдар хәүефһеҙ булһын өсөн

Башҡортостанда дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары янында 2659 мәктәп һәм балалар баҡсаһы урынлашҡан. Шуларҙың 189-ы төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа.

Балалар йөрөгән юлдар хәүефһеҙ булһын өсөнБалалар йөрөгән юлдар хәүефһеҙ булһын өсөн
Балалар йөрөгән юлдар хәүефһеҙ булһын өсөн

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белем биреү учреждениелары янында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса сараларҙы тикшерҙеләр.

– Республикала урам-юл селтәрҙәрен техник йыһазландырыу өлөшөндә лә, юлдарҙа хәүефһеҙлек сараларын формалаштырыу өлкәһендә лә хәүефһеҙлек талаптарын үтәүгә ҙур иғтибар бүленә. Балаларыбыҙҙың именлеген тәьмин итеү мәсьәләһе лә юғары актуаллекте һаҡлай. Дәүләт стандарты талаптарына ярашлы мәктәп биләмәләренә яһалма тигеҙһеҙлектәр, “Мәктәп” һәм “Балалар” билдәләре, стационар яҡтыртыу саралары, йәйәүлеләр ҡоймалары һәм башҡа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү саралары менән йыһазландырылырға тейеш, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев хәбәр итеүенсә, яңы уҡыу йылы башланыр алдынан ведомство юл хеҙмәттәренең белем биреү учреждениеларына барған юлдарҙы, атап әйткәндә, транспорт ағымы һәм төрлө йүнәлештәге йәйәүлеләр ағымы ҡушылған урындарҙы әҙерләү мониторингын үткәргән. Үткәрелгән мониторингҡа ярашлы, Башҡортостанда дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары янында 2659 мәктәп һәм балалар баҡсаһы урынлашҡан. Шуларҙың 189-ы төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙа урынлашҡан. Бөгөнгө көнгә “Йәйәүлеләр үткәүеле” юл билдәләре тулы күләмдә ҡуйылған. Юл тамғалары 142 мәктәп һәм балалар баҡсаһы янындағы йәйәүлеләр үткәүелендә һалынған (йәки 92 процент). Башҡа 67 йәйәүлеләр үткәүелендә юл билдәләре 29 авгусҡа тиклем һыҙыласаҡ.

2022 йылда яҡтылыҡ-диодлы яҡтыртҡыстар менән йыһазландырылған тағы 34 светофор ҡуйыу күҙаллана. Ошо эш йомғаҡтары буйынса 189 йәйәүлеләр үткәүеленең 172-һе юлдарҙа светофор объекттары менән йыһазландырыласаҡ.

Муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре биргән мәғлүмәт буйынса, “Йәйәүлеләр үткәүеле” юл билдәләре 2389 мәктәп һәм балалар баҡсаһы янында ҡуйылған, был белем биреү учреждениеларының дөйөм һанынан 96 процент тәшкил итә.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьяновтың хәбәр итеүенсә, белем биреү ойошмаларын тикшереү сиктәрендә ЮХХДИ бүлексәләре тейешле нормативтарға ярашлы юл хәрәкәтен ойоштороуҙа техник саралар ҡулланыу мөмкинлеген тикшерә.

Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе юл комплексы тарафынан башҡарылған эштәрҙән тыш, яңы уҡыу йылы алдынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса эште көсәйтергә кәрәклеген иҫкә төшөрҙө һәм ҡайһы бер йөкләмәләр бирҙе.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас