Хәүефһеҙлек
22 Августа 2022, 15:00

Динә иренең уны үлтеререн алдан белгән...

Шул уҡ ваҡытта уның эргәһендә элекке ире тора, ул хоҡуҡ һаҡсылары алдында һүгенә һәм “әлегә һуйманым бит әле”, - ти.

Динә иренең уны үлтеререн алдан белгән...Динә иренең уны үлтеререн алдан белгән...
Динә иренең уны үлтеререн алдан белгән...

Белорет районында элекке ире ҡулынан һәләк булған Динә М. исемле ҡатындың фажиғәһе күптәрҙе тетрәндерҙе. Район хакимиәтендә эшләгән йәш сибәр ҡатындың ике бәләкәй балаһы ҡалды, ә был енәйәткә барған ир һаҡ аҫтында. Тик Динәне генә ҡайтарып булмай...

Ошо көндәрҙә был хәлгә тағы бер ни тиклем асыҡлыҡ индерелде. Баҡһаң, быйыл ғинуар айында ҡатын полиция хеҙмәткәрҙәре алдында үҙенең ире ҡулынан үләсәген күҙаллаған һәм уларҙан илап-илап ярҙам һораған. Был турала “Изнанка. Женщины” каналы хәбәр итә һәм Динәнең элекке ире һәм полиция хеҙмәткәре менән һөйләшкән видеоһы ла бар.

– Ул мине бысаҡ менән һуясаҡ, ишетәһегеҙме? Мине үлтергәс, нимә тип әйтерһегеҙ? – тигән ҡатын илап форма кейгән кешегә.

Шул уҡ ваҡытта уның эргәһендә элекке ире тора, ул хоҡуҡ һаҡсылары алдында һүгенә һәм “әлегә һуйманым бит әле”, - ти.

Ошо уҡ каналда быйыл августа төшөрөлгән тағы бер видеояҙма баҫылған. Унда ир Динәнән телефоны менән сумкаһын күрһәтеүҙе һорай. Ҡатын уны янынан ҡыуып ебәрергә тырыша, ә ир уның машинаһын ватыу менән янай. Эргәләрендә тағы бер кеше тора һәм ул ҡыҙған ирҙе тынысландырырға ла тырышмай.

Ошо хәлдәрҙән һуң Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты полицияның вайымһыҙлығы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2020 йылдың декабренән 2022 йылдың авгусына тиклем Динә әллә нисә тапҡыр эске эштәр органдарына ғариза яҙып мөрәжәғәт иткән, унда ул элекке иренең туҡмауы тураһында яҙған.

“Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүсегә ҡарата уҙғарылған тикшереү һәм иҫкәртеү сараларының тулылығы, шулай уҡ зыян күреүсенең урындағы полиция бүлегенең вазифалы кешеләре ҡабул иткән ғаризалары буйынса процессуаль ҡарарҙарҙың законлылығы һәм нигеҙлелеге билдәләнә. Һөҙөмтәләр буйынса тейешле саралар күреү өсөн яуаплы кешеләрҙең ғәмәлдәренә хоҡуҡи баһа биреләсәк”, - тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығынан.

Фото: социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас