Хәүефһеҙлек
23 Август 2022, 09:00

Бер ҡулһыҙ... таксист арҡаһында...

Йәш ҡатындың, 28 йәшлек Гөлназдың, алты һәм өс йәшлек ике балаһы ҡалған, водителдең балалары ла атайһыҙ үҫәсәк... 

Бер ҡулһыҙ... таксист арҡаһында...Бер ҡулһыҙ... таксист арҡаһында...
Бер ҡулһыҙ... таксист арҡаһында...

Ошо көндәрҙә Магнитогорск-Өфө юлының 104-се километрында булған аварияла ике кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Chevrolet Cobalt автомобиленең 36 йәшлек водителе Хәсән ауылынан Сибай ҡалаһына китеп барған саҡта машинаһына идараны юғалта һәм юлдан осоп түңкәрелә. Алынған йәрәхәттәрҙән водитель һәм уның 28 йәшлек пассажиры урында һәләк була. Уларҙың икеһенең дә хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәүҙәре билдәле. Ә водитель быйыл ғына 11 тапҡыр тиҙлекте арттырып яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.

Әле ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре аварияның сәбәптәрен асыҡлау менән шөғөлләнһә, “КП-Өфө” баҫмаһы был кешеләрҙең кемлеген асыҡлаған. Машинала ул көндө таксист һәм уның пассажиры китеп барған. Йәш ҡатындың, 28 йәшлек Гөлназдың, алты һәм өс йәшлек ике балаһы ҡалған. Был көндө ул үҙ эштәре менән ҡалаға барып ҡайтырға булған.

– Таксист арҡаһында яратҡан һеңлебеҙ һәләк булды, уның ике бәләкәй балаһы ҡалды. Улар әсәләрен юғалтты. Бер ҡуллы инвалидҡа кем таксиға ултырырға рөхсәт биргән, – тигән уның туған кешеһе.

Был ҡатын әйтеүенсә, таксист аварияларға йыш эләккән, шуларҙың береһендә ҡулын да юғалтҡан, тик барыбер машина йөрөтөүен дауам иткән.

Ә водителдең туғандары авария яңылыш килеп сыҡҡан тип иҫәпләй. Ирҙең дә бәләкәй балалары ҡалған. Уны кисә Сибайҙа ерләгәндәр.

– Бик ауыр. Шундай йәш, бәхетле, йәшәргә лә йәшәргә ине бит... Беҙҙең өсөн ҙур юғалтыу. Ул изге күңелле булды, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай алға табан ашҡынды, йәшәргә тырышты. Кемдәр уны белә, изге һүҙ менән иҫкә алһағыҙ ине, – тип яҙған уның апаһы социаль селтәрҙәрҙә.

Уйламағанда йәшләй өҙөлгән ғүмерҙәр бик йәл, әлбиттә. Уларҙың ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: "КП-Өфө".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас