Хәүефһеҙлек
24 Август 2022, 12:05

“Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – беҙҙең бурыс”

Әле республиканың белем биреү системаһында 3,5 меңдән ашыу учреждение иҫәпләнә. Уларҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирергә һәм уҡыусыларҙы һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса бөтә сараларҙы күрергә кәрәк...

“Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – беҙҙең бурыс”“Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – беҙҙең бурыс”
“Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү – беҙҙең бурыс”

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов быйыл Берҙәм тауыш биреү көнөн һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән бәйле сараларҙы үткәреү осоронда йәмәғәт хәүефһеҙлеген һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ һәм ведомстволар, шулай уҡ видеобәйләнеш режимында муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре вәкилдәре ҡатнашты.

– Сентябрҙә 73 мандатты алмаштырыу буйынса 41 кампания планлаштырыла. Һайлауҙарҙы республиканың 26 муниципаль берәмектәре биләмәһендә 28 территориаль һәм 109 участка һайлау комиссиялары ойоштора. Һайлау үтәсәк биләмәлә һайлаусылар һаны 1 июлгә 90 меңдән ашыу кеше тәшкил итте.  Беҙҙең бурыс – һайлауға әҙерлек һәм үткәреү осоронда йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн саралар комплексын ойоштороу, террористик акттарға, экстремистик акцияларға һәм башҡа хоҡуҡ боҙоу осраҡтарына юл ҡуймау, – тип белдерҙе Ирек Сәғитов.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар яңы уҡыу йылына әҙерлек һәм үткәреү осоронда йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса фекер алышты. Ирек Сәғитов  республика Премьер–министры Андрей Назаров тарафынан етәкселәр, педагогтар һәм персонал менән ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда нимә эшләргә кәрәклеге буйынса практик занятиелар үткәреү ҡушылыуы тураһында  иҫкә төшөрҙө.

– Әле республиканың белем биреү системаһында 3,5 меңдән ашыу учреждение иҫәпләнә. Уларҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирергә һәм уҡыусыларҙың һаҡланыусанлығын тәьмин итеү буйынса бөтә сараларҙы күрергә кәрәк, – тине вице-премьер.

Кәңәшмә барышында яуаплы кешеләргә бөтә тейешле иҫкәртеү сараларын ойоштороу, инструктаж, күнекмәләр  үткәреү буйынса  эш ҡушылды.  Янғын һүндереү саралары торошон, видеокүҙәтеү системаһы төҙөклөгөн , сығыу юлдарының асыҡлығын тикшереүгә айырым иғтибар йүнәлтелде

Фото:https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=57051.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас