

Күрше Пермь ҡалаһында ирекмәндәр алтынсы көн яҡташтарыбыҙҙы эҙләй. Улар Ишембайҙан 45 йәшлек Таисия Носова менән уның биш йәшлек ҡыҙы Настя. Ҡатын ҡыҙы менән был ҡалалағы әхирәтенә бер нисә көнгә ҡунаҡҡа килгән. Тик 17 августа әхирәттәр араһында ыҙғыш сыҡҡан, үпкәләгән Таисия әйберҙәрен йыйған да, балаһы менән сығып киткән. Шунан бирле уларҙы күреүсе юҡ. Тыуған яғына ҡайтмағандар, туғандары менән бәйләнешкә сыҡмайҙар, телефондары һүнгән. Шуға күрә борсолған әхирәте уны эҙләүгә бирҙергән.
– Беҙ кис көнө бергә ултырып алдыҡ, аҙаҡ әрләштек һәм Тая ҡыҙын алып билдәһеҙ яҡҡа сығып китте. Ярты сәғәттән һуң уларҙы табырға тип тышҡа сыҡҡайным, тик бер кем дә юҡ ине. Башҡа бер нимә лә белмәйем, – тигән ҡатын “КП-Пермь” баҫмаһына.
Билдәле булыуынса, Таисия менән Анастасия Носовалар Пермдә Ветлужская урамында ҡунаҡта булған, 17 август төнөндә улар сығып киткән.
Таисия Носованың билдәләре: буйы 167-172 сантиметр, ҡара ҡыҫҡа сәсле, тулы буй-һынлы. Ике ҡулында һәм түшендә татуировкалары, танауы янында миңе бар. Ул һоро-йәшел велосипедки, аҡ майка, ҡара-алһыу кроссовки һәм бейсболка кейгән. Үҙе менән ҙур алһыу һәм бәләкәй ҡара күн сумкаһы булған.
Настя Носованың билдәләре: буйы 120-126 сантиметр, сәсе һары, ябыҡ буй-һынлы. Ул төрлө төҫлө спорт салбары, сағыу босоножки, алһыу футболка кейгән. Үҙе менән алһыу рюкзагы бар.
“КП-Өфө” баҫмаһы Таисияның бер туған ағаһы менән бәйләнешкә сыҡҡан. Уның белдереүенсә, һеңлеһе әхирәтенә ҡунаҡҡа бер нисә көнгә тип кенә киткән һәм тиҙ әйләнеп ҡайтырға тейеш булған. Сөнки ошо көндәрҙә ул яңы эш урынына сығырға тейеш икән.
– Тая балаһы янында үҙен һәр саҡ бик яуаплы тота, тәү сиратта ҡыҙы тураһында уйлай, шуға күрә уларҙың юғалыуы бик сәйер. Беҙ уның Пермдә булған бөтә таныштарына шылтырытап сыҡтыҡ, бер кем бер нимә белмәй. Шулай уҡ полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт иттек. Улар Башҡортостанға ҡатмағандыр, беҙ белер инек. Бөтәбеҙ ҙә улар өсөн борсола, барыһы ла яҡшы тамамланһын ине, – тигән ир.
Әгәр уларҙың ҡайҙалығын белһәгеҙ полицияға йәки ирекмәндәргә +7 (912) 880-41-60, +7 (922) 345- 67-02 телефоны аша мөрәжәғәт итеүегеҙ һорала.
Фото: "Моя Уфа" порталы.