

Иглин районында көпә-көндөҙ юл-транспорт ваҡиғаһында кескәй генә бала бәләгә тарыған. Башы ныҡ йәрәхәтләнгән малайҙы ашығыс рәүештә Өфөләге 17-се дауаханаға килтергәндәр.
Табиптар яҡынса диагноз ҡуйған: баш һөйәге, мейе зыян күргән, баш йәрәхәтләнгән, күкрәге имгәнгән. Ете йәшлек бала ауыр операция үткәргән, әле реанимацияла, ти табиптар. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Кальтовка ауылының Йәштәр урамында “Нива” водителе велосипедта барған баланы тапата. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның нисек килеп сығыуын, сәбәптәрен асыҡлай.
Балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында имгәнеүе, сәләмәтлектәрен ҡаҡшатыуы аяныслы хәл. Водителдәрҙе йәйге осорҙа айырыуса уяу, һаҡ булырға саҡырабыҙ. Балалар менән даими рәүештә юл ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү һис ҡамасауламаясаҡ.
Фото:focusedcollection.com