Хәүефһеҙлек
26 Август 2022, 17:50

Телефондан һөйләшкәнегеҙҙе лә күрәсәктәр...

Был аҡыллы комплекс республикала 10 августан эшләй башлаған.

Телефондан һөйләшкәнегеҙҙе лә күрәсәктәр...Телефондан һөйләшкәнегеҙҙе лә күрәсәктәр...
Телефондан һөйләшкәнегеҙҙе лә күрәсәктәр...

Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев “Рәсәй-Башҡортостан” каналы хәбәрселәренә интервью бирҙе.  Һүҙ юлдарҙа аварияларҙы кәметеү алымдары, хәүефһеҙ инфраструктура булдырыу, интеллектуаль транспорт системаһы хаҡында барҙы.

Министр әйтеүенсә, фото- һәм видеофиксация камералары - юл аварияларын кәметеүҙә тәьҫирле ысулдарҙың береһе. Улар водителдәрҙе юл ҡағиҙәләрен үтәргә, тиҙлек режимын күҙәтергә мәжбүр итә. Был хаҡта статистика яҡшы һөйләй.  “Күп яҡлы проблеманы хәл итеү өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген күтәреү , аварияларҙы кәметеү буйынса ике йәки өс йылға иҫәпләнгән программа  өҫтөндә эшләйбеҙ,– тине министр.–Уны эшләүҙә ҡатнашҡан ведомстволар, хеҙмәткәрҙәр ныҡ кәңәшләшеп эшләргә тейеш”.

Һуңғы йылдарҙа республика һәм федераль юлдарҙа видеокүҙәтеү камералары артыуы билдәле. Ҡайһы берәүҙәр уны водителдәрҙән штраф йыйыу маҡсаты менән эшләнгән сара, тип бара. Александр Булушев был йәһәттән бөтөнләй башҡа бурыс ҡуйылыуын, бер кемдең дә кеҫәһенә инергә теләмәүҙәрен әйтеп үтте. ”Беҙ уларҙың өйҙәренә имен-аман ҡайтып етеүҙәрен теләйбеҙ. Шуға күрә камераларҙың ҡайҙа урынлашыуы тураһында мәғлүмәт асыҡ. Йыйылған штрафтар алыҫтағы киләсәктә генә программаға һалынған сығымдарҙы ҡаплаясаҡ. Юл-транспорт ваҡиғалары күп  теркәлгән федераль трассаларға камералар ҡуйыу авариялар осраҡтарын бермә-бер кәметте, водителдәр бер-береһенә ҡарап тиҙлекте кәметә, дөйөм  транспорт ағымы шулай аҡрыная. Тимәк, беҙ күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалабыҙ. 2019 йылдан алып төбәктә камералар һаны өс тапҡырға тиерлек артты.

Ҡайһы бер юл участкаларында яҡтыртыу системаһы урынлаштырыу шулай уҡ  авария, үлем осраҡтарын кәметәсәк. Алдағы 1,5-2 йылда был эште тамамлаясаҡбыҙ. Тағы бер өҫтәмә сара бар – фото һәм видеофиксация комплекстары мөмкинлектәрен киңәйтергә уйлайбыҙ. Бик аҡыллы комплекс ул, 10 августан алып ҡаршы хәрәкәткә сығыуҙы теркәй башланы, хатта хәүефһеҙлек ҡайышын файҙаланыу ҡағиҙәһен боҙоуҙы, телефондан һөйләшеүҙе теркәй”,– тип министр тармаҡтағы һуңғы яңылыҡтар менән таныштырҙы.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар”милли проектына ярашлы, республикала интеллектуаль транспорт системаһын булдырыу күҙаллана. Был ҙур мөһим эшкә аҡса бүленгән. Быйыл подрядсы һайланасаҡ, ә система 2023-2024 йылдарҙа индереләсәк.

Фото:Ufa.rbk.ru

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас