Башҡортостанда 25 августа булған фажиғә бар республика халҡын тетрәндерҙе. Илеш районының Ҡәҙер ауылында үҙ йортонда 95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының үле кәүҙәһе табылды. Өлкән кешегә кемдең ҡулы күтүрелгәндер инде. Ҡот осҡос вәхшилек! Һәм бына кисә енәйәтсе табылды.
Бабайҙың кәүҙәһен иртә менән уның артынан ҡарарға тип ялланған ҡатын тапҡан ине. Ирҙе күп тапҡырҙар бысаҡ менән сәнскәндәре асыҡлана. Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының Илеш районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене эҙләп тапҡан, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Тәфтишселәр һәм криминалистар берлектә үткәргән тикшереү-оператив саралар комплексы арҡаһында ошо уҡ ауылда йәшәгән 63 йәшлек ирҙең енәйәт ҡылыуға ҡатнашлығы булыуы асыҡланған.
25 август таң менән был ир бабайға килә һәм аҡса һорап тора. Тик ветеран уға аҡса бирмәй, ошо сәбәпле вәхши уға бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә. Бабай урында һәләк була. Бынан һуң енәйәтсе өйгә инеп тентенә һәм тапҡан аҡсаһын урлап алып сығып китә. Әйткәндәй, ул быға тиклем хөкүм ителгән булған.
Әлеге ваҡытта ир ҡулға алынған, уның менән тәфтиш саралары үткәрелә. Оҙаҡламай ғәйепләнеүсегә ҡарата процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.
Фото: Телеграм.