Хәүефһеҙлек
27 Август 2022, 13:00

Биш кеше һыуға батҡан

Көндәр эҫе тороу арҡаһында йылға-күл буйҙарынан ял итеүселәр өҙөлмәй. Һәр кем аяҙ ҡояшлы мәлде әрәм итмәй, матур һәм файҙалы үткәреп ҡалырға тырыша, әммә...  

Биш кеше һыуға батҡанБиш кеше һыуға батҡан
Биш кеше һыуға батҡан

Һыу инеүселәр һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен дә онотмаһын ине. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәте буйынса, биш яҡташыбыҙҙың һыу янындағы ялы фажиғәле тамамланған. Был һандар һуңғы өс-дүрт көндәге.

23 августа Нуриман районының Павловка һыу һаҡлағысында 34 йәшлек ир, 24-ендә Учалы районының Өргөн күлендә 58 йәшлек ир, ошо уҡ көндә Өфө янындағы Ҡариҙел йылғаһында 33 йәшлек ир батып үлгән. 25 августа Миәкә районында Дим йылғаһында 29 йәшлек һәм Шишмә районының Кесе Үҙрәк йылғаһында 54 йәшлек ирҙәрҙең ғүмерҙәре һыуҙа өҙөлгән.

Һәләк булыусыларҙың барыһы ла һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған урында батҡан, биш кешенең дүртәүһе эскән килеш йөҙөргә төшкән.

"Һыу яйлап һыуына бара - бына шул ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра ла инде. Көн ныҡ эҫе, һыу һалҡын - бындай ҡапма-ҡаршылыҡ бигерәк тә алкоголле эсемлек ҡуллағандар өсөн үтә хәүефле. Һыу инергә йыйынһағыҙ, махсус тәғәйенләнгән урындарҙы ғына һайлағыҙ", - тип аңлатма бирәләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Фото: tverlife.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас