

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн көндөҙгө сәғәт биш тирәһендә Мәләүез районында тимер юл эргәһендә ҡоро үләнгә ут тоҡанып китә. Янғын артабан урманға һәм баҫыуға тарала.
Ваҡиға урынында ведомствоның ҡотҡарыусылары, ирекле янғын һүндереүселәр командалары, Рәсәй тимер юлдары хеҙмәткәрҙәре утты ҡамау буйынса эш алып бара. Стәрлетамаҡтан янғын һүндереү поезы килә.
Ведомствонан белдереүенсә, эргәләге ауылдарға ҡурҡыныс янамай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.