Хәүефһеҙлек
31 Август 2022, 06:30

М5 “Урал” автомобиль юлы ваҡытлыса ябыла

31 августан 4 сентябргә тиклем М5 “Урал” – Мәскәү – Рязань – Пенза – Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлынының түбәндәге участкаларында хәрәкәт сикләнә

М5 “Урал” автомобиль юлы ваҡытлыса ябылаМ5 “Урал” автомобиль юлы ваҡытлыса ябыла
М5 “Урал” автомобиль юлы ваҡытлыса ябыла

“Приуралье” идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 31 августа, М5 “Урал” – Мәскәү – Рязань – Пенза – Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлынының түбәндәге участкаларында бер сәғәткә хәрәкәтте тулыһынса япҡандар:

31 августа 4:00–5:00 сәғәттә 1455-133 километрҙағы кире йүнәлеш (Дим айырсаһы).

Шулай уҡ алдағы көндәрҙә лә был трассаның түбәндәге участкаларында ваҡытлыса хәрәкәт туҡтатыласаҡ:

1 сентябрҙә 4:00–5:00 сәғәттә 1429+179 километрҙа кире йүнәлеш (Шишмә айырсаһы, Санжаровка һәм Яңауыл);

2 сентябрҙә 4:00–5:00 сәғәттә 1427+927 километрҙа кире йүнәлеш (Шишмә айырсаһы, Санжаровка һәм Яңауыл);

3 сентябрҙә 4:00–5:00 сәғәттә 1427+900 километрҙа тура йүнәлеш (Шишмә айырсаһы, Санжаровка һәм Яңауыл);

4 сентябрҙә 4:00–5:00 сәғәттә 1464+404 километрҙа тура йүнәлеш (Ырымбур айырсаһы, Башҡортостан сәскәләре ауылы эргәһендә);

Юлды ябыу сәбәбе: П төрөндәге таяуҙарҙы һүтеү.

Фото: vk.com/trassa_m5_ufa_chelyabinsk.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас