

Полиция хеҙмәткәрҙәре видеокүҙәтеү камераларына эләккән сәйер парҙы эҙләүен дауам итә. Бөгөн, 1 сентябрҙә был хаҡта республиканың Эске эштәр министрлығында хәбәр ителде. Был эш менән ведомствоның Өфө районы буйынса енәйәтте тикшереү бүлеге шөғөлләнә. Ир менән ҡатындың кешене ныҡ туҡмағаны, ҡаты йәрәхәтләүе билдәле. Был кешеләрҙең шәхесен асыҡлау буйынса эш бара.
– Әгәр ҙә был граждандарҙы танығанһығыҙ икән, полицияға хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Өфө районы буйынса дежур бүлегенең телефон номеры - 8 (347) 279-49-34, 8-927-345-61-00; Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлеге – 8 (347) 279-39-02; ышаныс телефоны – 279-32-92 йәки 02 (102- мобиль телефондан),– тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре.
Фото: Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы.