Хәүефһеҙлек
2 Сентябрь 2022, 11:30

“Ҡарсыға” янғын һүндерә

Ике ауыл араһында ҡоро үлән янып китә...

“Ҡарсыға” янғын һүндерә“Ҡарсыға” янғын һүндерә
“Ҡарсыға” янғын һүндерә

Кисә Благовещен һәм Өфө райондары сигендә, Яңы Никольск һәм Яҡшиван ауылдары араһында, ҡоро үлән янып китә. "Ҡыҙыл әтәс" шунда уҡ таралып, биш гектар майҙанды ялмап ала. Утты ерҙән дә, һауанан да һүндерәләр – республиканың Ка-32А11ВС янғын-ҡотҡарыу вертолеты йәлеп ителә. Ул Ағиҙел йылғаһынан бер осҡанда дүрт кубометр һыуҙы йыйып, утҡа һирпә. Был юлы вертолет 20-ләгән ошондай осош яһаған.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов янғын һүндереүсе вертолет буйынса фекере менән уртаҡлашып, “Ҡарсыға” был юлы ла һынатманы, тип белдерҙе.

– Янғын һүндереүселәр ҙә, урман янғыны берләшмәләре хеҙмәткәрҙәре лә республика Башлығы Радий Хәбировҡа винт ҡанатлы ярҙамсыны алыу тураһындағы ҡарарҙы ҡабул иткәненә рәхмәт әйтә. Янғын хәүефе көслө булған йәйҙе яҡшы үттек, хәҙер көҙгө урман янғындарына юл ҡуйырға ярамай. Халыҡ ярҙамынын тыш уға өлгәшеү мөмкин түгел, мин кешеләрҙең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре талаптарын үтәүен күҙ уңында тотам. Шуға ла республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы аңлы булырға һәм янғынға ҡаршы махсус режим талаптарын үтәргә саҡырабыҙ. Янғынды һүндереүгә ҡарағанда, уға юл ҡуймау яҡшы, – тине Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 25 августан республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Уға ярашлы, янғынға хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәүгә талаптар көсәйтелә. Урманға сығырға, ут тоҡандырырға ярамай, тәртипте боҙғандарға ҙур күләмдәге штрафтар һалына.

Көҙ башланды, республикала һауа торошо имен түгел – ныҡ эҫе, ямғырҙар юҡ. Яландарҙа һәм урмандарҙа үлән кипкән, бер осҡондан да бөтә донъя тоҡанып китергә тора. Мәҫәлән, 31 августа Мәләүез һәм Күгәрсен райондарында булған янғындар ошо хәлде дәлилләй.        

Фото: vk.com/wall621918239_589

“Ҡарсыға” янғын һүндерә
“Ҡарсыға” янғын һүндерә
“Ҡарсыға” янғын һүндерә
“Ҡарсыға” янғын һүндерә
“Ҡарсыға” янғын һүндерә
“Ҡарсыға” янғын һүндерә
“Ҡарсыға” янғын һүндерә
“Ҡарсыға” янғын һүндерә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас