Хәүефһеҙлек
2 Сентябрь 2022, 17:00

Биш кешене ҡотҡарғандар

Бәләнән аралап алып ҡалған егеттәргә ҙур рәхмәт!

Биш кешене ҡотҡарғандарБиш кешене ҡотҡарғандар
Биш кешене ҡотҡарғандар

Мишкә районы юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары - полиция өлкән лейтенанты Александр Янгуатов һәм Юрий Васильев Баймырҙа ауылында патруль ваҡытында бер йорттан ҡуйы төтөн сығыуын, торараҡ ялҡын телдәрен күреп ҡала. Тиҙ арала был турала дежур бүлеккә хәбәр иткәс, икәүләп ваҡиға урынына ярҙамға ашығалар.

"Ихатаға ингәс, полицейскийҙар мунсаның һәм хужалыҡ өсөн таҡта бинаның яныуын күрә. Ут ике фатирлы торлаҡ бинаға яҡынлаған була. Тиҙ арала өйҙә йоҡлап ятҡан биш кешене уятып, хәүефһеҙ урынға сығаралар", - тип аңлатма биргәндәр Эске эштәр министрлығында.

Янғын сыҡҡанын күреп килгән ауыл кешеләре менән берлектә полиция хеҙмәткәрҙәре утты һүндерә башлай. Ул арала янғын һүндереүселәр килеп етеп, эште аҙағына еткереп ҡуя. Шулай итеп, ике хеҙмәткәрҙең уяулығы арҡаһында ҙур бәләнән араланып ҡала был йортта йәшәүселәр. Рәхмәт уларға!

Фото: Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас