Хәүефһеҙлек
2 Сентябрь 2022, 12:30

Мотоцикл шунда уҡ тоҡанып китә...

Был урамда һуңғы өс йылда аварияларҙа  өс кеше үлгән һәм туғыҙ кеше йәрәхәтләнгән.

Мотоцикл шунда уҡ тоҡанып китә...Мотоцикл шунда уҡ тоҡанып китә...
Мотоцикл шунда уҡ тоҡанып китә...

1 сентябрҙә республикала мотоциклдар ҡатнашлығындағы аварияларҙа ике кеше һәләк булған. Береһе киске сәғәт 10-да Нефтекамала теркәлгән. Ҡаланың Яңауыл урамында 70 йәшлек ир “Лада Веста” машинаһында һулға боролған саҡта ҡаршы килгән “Honda” мотоциклына юл бирмәгән. Видеокүҙәтеү камераһы төшөргән яҙмала күренеүенсә, бәрелешкәс тә мотоцикл тоҡанып китә, ә уның рулендәге егет “Hyundai Creta” автомобиленә барып һуғыла.

Авария һөҙөмтәһендә мотоциклдағы 34 йәшлек егет шунда уҡ һәләк була, “Лада Веста”лағы 68 йәшлек пассажир ҡатын дауаханаға оҙатыла. Шуны ла билдәләргә кәрәк, был урамда һуңғы өс йылда аварияларҙа  өс кеше үлгән һәм туғыҙ кеше йәрәхәтләнгән.

Мотоцикл ҡатнашлығындағы икенсе авария кисә Өфө ҡалаһының Октябрь проспектында теркәлгән. 40 йәшлек ир “Ford Focus” автомобилендә боролған саҡта уға ҡаршы килгән “BMW” мотоциклы бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә ике тәгәрмәсле транспорт рулендәге 25 йәшлек водитель һәләк була. Ул Тәтешле районынан XALID исеме аҫтында билдәле рэпер Хәлит Хәйбуллин булып сыҡҡан. “Ford Focus” водителе еңелсә йәрәхәтләнгән, медицина ярҙамын күрһәткәндән һуң уны өйөнә ҡайтарғандар.

Был ике осраҡтан һуң республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә водителдәргә мөрәжәғәт итте.

"Хөрмәтле водителдәр, мотоцикл да юл хәрәкәтенең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы булғанын аңларға тейешһегеҙ. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә бер үк тиҙлек сиктәре ҡуйылһа ла, мотоциклсылар етеҙ хәрәкәт итә. Юлдағы хәлдән сығып баһалағанда ла, яҡынлашҡан транспортҡа тиклем арауыҡты күҙаллағанда, һеҙ мототехниканың техник мөмкинлектәрен һәм хәл-торошто иҫәпкә алырға тейешһегеҙ.

Мотоциклда йөрөргә яратыусыларҙы тиҙлек режимын, алдан да, ҡабырғанан да арауыҡты күҙәтергә саҡырам. Ҡараңғы йәки күреүсәнлек насар булған ваҡытта яҡтылыҡты сағылдырған бишмәттәр кейегеҙ. Икенсе һыҙатҡа сыҡҡанда һәм боролоштарҙы үткәндә иғтибарлы булығыҙ", – тигән Владимир Севастьянов.  

Аҙна ла тамамланып килә. Ял көндәрендә күптәр тыуған ауылдарына, баҡсаларға йәки ҡырға ял итергә ашыға. Тиҙерәк урынға барып етеү теләге көслө булһа ла, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге тураһында онотмаһын ине улар. Ялдарҙың имен һәм матур үтеүе һеҙҙең ҡулда.

Фото: @bash_gibdd.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас