Хәүефһеҙлек
2 Сентября 2022, 17:30

Төнгө "һунар"ға беҙ ҙә сыҡтыҡ

Дим биҫтәһенән хәрәкәт иткән водителдәр бындай хәлде көтмәгәндер...

Төнгө "һунар"ға беҙ ҙә сыҡтыҡТөнгө "һунар"ға беҙ ҙә сыҡтыҡ
Төнгө "һунар"ға беҙ ҙә сыҡтыҡ

Бөгөн һәм ял көндәрендә Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейдтар ойоштора. Иҫкәртеү маҡсатында уҙғарылған сарала “Башҡортостан” гәзит журналистары ла ҡатнашты.  

Мәғлүм булыуынса, ял көндәрендә автомобилдәр ағымы ҡырҡа арта, шулай уҡ ауылдарға, баҡсаларға барыусылар күбәйә, ҡунаҡтарға йөрөү башлана. Ошондай ваҡытта водителдәр уяулыҡты юғалтмаһын, юлдарҙа контроль барлығын тойһон, шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаларын кәметеү маҡсатында әлегеләй рейдтар ойошторола ла инде. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоп, башҡаларға хәүеф тыуҙырған, балаларҙы йөрөтөү талаптарын үтәмәгән, эскән килеш руль артына ултырған водителдәрҙе "аулау"ға айырыуса ныҡлы иғтибар бирелә.

Бөгөнгө рейд Өфөнөң Дим биҫтәһе юлында үтте. Унда 14 ЮХХДИ хеҙмәткәренән торған ете экипаж йәлеп ителде. Сарала Өфө йүнәлешендә хәрәкәт иткән автомобилдәрҙе күпләп тикшереү ойошторолдо. Йәғни, һәр береһен туҡтатып, водителдең хәл-торошон, пассажирҙар хәүефһеҙлек ҡайышын таҡҡанмы-юҡмы икәнен ҡаранылар.

Махсус рейд киске 8-ҙә башланып, 21.30 сәғәттә тамамланды. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре был саранан һуң артабан үҙҙәренең маршруттары буйынса хеҙмәт бурысын үтәүҙе дауам итте. Артабан да эштәре күп, сөнки кис эсеп рулгә ултырыусылар күбәйә, танытмаһы булмағандар автомобилдә йәки мотоциклда йөрөргә сыға. Әлбиттә, автоинспекторҙарға башҡа кешеләрҙең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған бындай тәртип боҙоусыларҙы тәү сиратта асыҡлау мөһим бурыс булып тора. Шул уҡ ваҡытта ЮХХДИ инспекторын юлда күреү ҙә - күптәр өсөн иҫкәртеү сараһы ул. 

Ғөмүмән, ошо сәғәт ярым барған күмәк тикшереү барышында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары бихисап теркәлде. Был хаҡта “Башҡортостан” гәзитенең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

Автор фотолары һәм видеоһы.

Төнгө "һунар"ға беҙ ҙә сыҡтыҡ
Төнгө "һунар"ға беҙ ҙә сыҡтыҡ
Төнгө "һунар"ға беҙ ҙә сыҡтыҡ
Төнгө "һунар"ға беҙ ҙә сыҡтыҡ
Төнгө "һунар"ға беҙ ҙә сыҡтыҡ
Төнгө "һунар"ға беҙ ҙә сыҡтыҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас