Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
5 Сентябрь 2022, 19:00

Ҡазаланған бала ни хәлдә?

Лагерҙа 15 йәшлек үҫмер ауыр йәрәхәтләнеп, комаға киткәйне...

Ҡазаланған бала ни хәлдә?
Ҡазаланған бала ни хәлдә?

"Башинформ"ға Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән, "Пациент аңында. Хәле тотороҡло ауыр", - тип хәбәр иткәндәр. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 йәшлек үҫмер балалар лагерында металл конструкция ҡолағанда башы йәрәхәтләнгәйне. Бәхетһеҙ осраҡ 31 июлдә Сибай ҡалаһынан алыҫ булмаған "Юлдаш" лагерында теркәлде. Табиптар малайҙың баш һөйәге йәрәхәтләнеүен, мейе структураһы зарарланыуын, һул яңаҡ һөйәге һынғанлығын асыҡлаған. Бер нисә көндән һуң кома хәлендәге баланы санавиация менән Өфөләге Республика балалар клиник дауаханаһына алып киткәйнеләр.

Әлеге осраҡ буйынса республика Тәфтиш комитеты Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 238-се статьяһындағы 2-се бүлектең "В" пункты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан (хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү, шул сәбәпле кешенең һаулығына ауыр зыян килтереү).

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: