+24 °С
Ямғыр


Ошо көндәрҙә Йылайыр районында урманда йәшендән ут сығып, 2,7 гектар ерҙе ялмап алған. Уны һүндереүҙә 27 кеше һәм 10 берәмек техника ҡатнашҡан.
Шулай уҡ, Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, ял көндәрендә Учалы районында ла 0,5 гектарҙа урман янған.
15 апрелдән 3 сентябргә тиклемге ваҡыт арауығында бөтәһе 54 урман янғыны теркәлгән. Ведомствола билдәләүҙәренсә, күп осраҡта ғәйеп - кешеләрҙең үҙҙәрендә, улар һаҡһыҙлыҡ, яуапһыҙлыҡ күрһәтә.
Фото: iz.ru