

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә, 5 сентябрҙә, көндөҙ дежур бүлеккә Ашҡаҙар йылғаһында автомобиль табыуҙары тураһында мәғлүмәт килә. Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, билдәһеҙ ваҡытта Ишмөхәмәт - Нордовка - Михайловка автомобиль юлының 4-се саҡрымында 44 йәшлек Салауат кешеһе "ВАЗ-2111" менән юл ситенә сығып, артабан йылғаға ҡолаған. Автомобилде сығарғас, уның эсендә мәйет табылған.
"Суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән, ул һәләк булған ирҙең үлем сәбәбен асыҡлаясаҡ. Билдәле булыуынса, уның водитель таныҡлығы булмаған. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү бара", - тип хәбәр итә төбәк дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.
Һуңғы ваҡытта республикала ошондай хәлдәр артты. Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: йылға-күлдәр буйҙарында машинала йөрөгән саҡта икеләтә иғтибарлы булыу кәрәк.
Фото: "Башинформ".