

Бөгөн көндөҙгө сәғәт 11 тирәһендә Өфөлә ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: 43 йәшлек ир "Рено Логан" автомобилендә рөхсәт ителмәгән урындан юл аша сығып барған оло йәштәге ҡатындың өҫтөнән үтеп киткән. 74 йәшлек зыян күреүсе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте биргән видеояҙманан күренеүенсә, ҡатын юл аша сыҡҡанда абынған һәм такси автомобиле алдына ҡолаған. Еңел машина водителе урынынан ҡуҙғалған һәм ҡатындың өҫтөнән үткән. Һәр хәлдә, видеояҙманан күренеүенсә, автомобиль водителе йәйәүлене аңғармаған.
Осраҡ буйынса тикшереү бара, зыян күргән ҡатын дауаханаға оҙатылған.
Фото: видеояҙманан скриншот.
Видео Сибай Город.Подслушано сайтынан алынды.