Кисә кис менән Ишембай районының Үрге Этҡол ауылында саҡ ҙур фажиғә тыуманы. Ауылдың үҙәк урамы аша үтеп барған самосвалдың ҡапыл тормоздары эштән сыға.
Ауыр йөк тейәлгән машина ҙур тиҙлек менән ауыл урамы аша елеп үтә. Уның юлына ике һыйыр килеп сыға. Водитель улар менән төкөшөүҙән ҡаса алмай, һөҙөмтәлә, машинаға бәрелеп малҡайҙар 20 метр алыҫлыҡҡа осоп китә. Бер һыйыр урында йән бирә.
Ярар әле машина ҡаршыһына балалар, кешеләр эләкмәй. Был осраҡта ҡорбандар күберәк булыр ине. Һөҙөмтәлә, машинаһының тормозы тотмағанын аңлаған водитель йорттар һәм кешеләр булмаған урынға барып ауа. Водитель ир алдағы тәҙрә аша сығып оса һәм мөғжизә менән генә иҫән ҡала.
Әле был хәл буйынса тикшереү бара.
Фото һәм видео: "Аварии Ишембай" төркөмөнән.