Хәүефһеҙлек
7 Сентябрь 2022, 17:00

Оло кеше әрәм булған...

Өфөлә - янғын...

Оло кеше әрәм булған...Оло кеше әрәм булған...
Оло кеше әрәм булған...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн Өфөләге Степан Злобин урамы, 34 адресы буйынса урынлашҡан туғыҙ ҡатлы йорттоң икенсе ҡатындағы бер фатирҙа янғын сыҡҡан. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән.

Ваҡиға урынына килгәс, өс бүлмәле фатир яныуы асыҡланған. Уның 20 квадрат метры зыян күргән. Янғынды һүндергән ваҡытта 1939 йылғы ирҙең үле кәүҙәһе табылған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре хәүефле зонанан - өҫтәге ҡаттарҙан туғыҙ кешене, шул иҫәптән биш баланы ҡотҡарған, 41 кешене эвакуациялаған. Янғын сәбәптәре асыҡлана, тикшереүҙе Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе алып бара.

Ведомство иҫкәртә: ут менән һаҡ булығыҙ, фатирҙа тәмәке тартмағыҙ, газ менән дөрөҫ ҡулланығыҙ! Бурҙан, һыуҙан ҡала, ә уттан ҡалмауын хәтерҙән сығармағыҙ. Көндәрҙең һыуытыуы сәбәпле, күптәр электр йылытҡыстары ҡуллана башланы. Уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙегеҙ өйҙә булмағанда тоҡандырмағыҙ.

Фото: admnvrsk.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас