Хәүефһеҙлек
7 Сентябрь 2022, 08:45

Тракторҙы урлап, бағанаға төкөтөп...

Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында күңелһеҙ хәл теркәлгән

Тракторҙы урлап, бағанаға төкөтөп...Тракторҙы урлап, бағанаға төкөтөп...
Тракторҙы урлап, бағанаға төкөтөп...

Кисә Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылы кешеһе полицияға мөрәжәғәт иткән. Ул үҙенең туғанына трактор ремонтларға килгән, уның менән бергә танышы ла булған. Иҫерткес эсемлектәрҙе күмәкләп эскәндән һуң, хужа тракторын туғанының өйө янында ҡалдырған. Күпмелер ваҡыттан һуң ауыл хужалығы машинаһының юғалыуы асыҡланған.

«Оператив-эҙләү саралары барышында тракторҙы эҙләгәндәр, яҡынса урлап алып китеүсе ҡулға алынған. Асыҡланыуынса, 24 йәшлек егет, туғанының иптәше, спиртлы эсемлекте бергәләп эсеп ултырғандан һуң, тракторҙың асыҡ кабинаһына ингән һәм ҡабыҙыу өсөн асҡыстарҙы табып алған, һәм, күптә уйлап тормайынса, техниканы ҡыуырға теләгән. Бер аҙ ара үткәндән һуң ул бағанаға бәрелгән, һуңынан техникаһын ташлап ҡасҡан», - тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән.

Ғәйепләнеүсе юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткән өсөн  административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Суд уны ике тәүлеккә ҡулға алыу рәүешендә хөкөм иткән. Бынан тыш, ғәйепләнеүсегә транспорт сараһын законһыҙ ҡулланған, йәғни алып ҡасҡан өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк, бының өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 166-сы статьяһы санкциялары менән 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Бар насар нәмә эскелектән сығыуын һаман аңламайбыҙ, аҙаҡ терһәкте тешләргә булабыҙ ҙа... тик һуң була. Шуға күрә рюмка күтәрер алдынан хәлдең нисек тамамлаясағын иҫтән сығармаһығыҙ ине. Һәр хәлдә эскелек яҡшыға алып бармай.

Фото: "Башинформ".

Тракторҙы урлап, бағанаға төкөтөп...
Тракторҙы урлап, бағанаға төкөтөп...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас