

Йыл башынан республикала йәшерен рәүештә пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән 100-ҙән ашыу кеше асыҡланған.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы вәкилдәре Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы, ведомствоның тәүтикшереүселәре, административ практика инспекторҙары, Иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында махсус рөхсәт ҡағыҙы булмайынса пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгәндәрҙе асыҡлау маҡсатында сираттағы рейдҡа сыҡты.
– Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Владимир Севастьяновтың тәҡдиме буйынса берҙәм рейд ойошторҙоҡ. Юл хәрәкәте хәл-ваҡиғаларын кәметеү маҡсатында был саралар көн дә алып барыла, – тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Александр Клебанов.
Пассажирҙарҙың именлеге күп осраҡта водителдәргә бәйле, шуға ла улар үҙ эшенә үтә яуаплы ҡарарға бурыслы.
Йәшерен рәүештә пассажирҙар ташыған водителдәр ғәйебе менән йыл да кешеләр һәләк була. Мәҫәлән, былтыр, республиканың ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, “Ларгус”тар ҡатнашлығында аварияларҙа 18 кеше һәләк булған, ә 131-е төрлө кимәлдә йәрәхәттәр алған.
Сираттағы операция барышында биш транспорт сараһы тотолған, шул иҫәптән бер бәләкәй класлы автобус һәм дүрт еңел автомобиль.
– Был пассажирҙар ташыусыларҙың рөхсәт ҡағыҙы юҡ. Тимәк, водителдәр медицина күҙәтеүе үтмәй, транспорттарын механик йәһәттән ҡарамай. Был пассажирҙарҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя, – тине Александр Клебанов.
Пассажирҙар ташыусыларҙың лицензияһы булырға, реестрға индерелергә, ойошма теркәлгән, юлға сығыу ҡағыҙы, кешеләрҙе йөрөтөүгә рөхсәте, транспорт сараһының техник күҙәтеүе, медицина контроле хаҡында документтары булырға тейеш. Көтөлмәгән хәл килеп тыуғанда, водитель күп осраҡта пассажир өсөн яуап бирмәй – тап ошонда төп хәүеф. Рөхсәтһеҙ йөрөтөүсенең автомобиле техник яҡтан боҙоҡ булыуы мөмкин – машина техник күҙәтеү һәм көндәлек рейс алды күҙәтеүен үтмәй, водителдең сирләүе йәки нормаль хәлдә булмауы ла ихтимал.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре сайттарҙа, социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең хеҙмәтен рекламалаған йәшерен ташыусыларҙы, шулай уҡ уларҙың хәрәкәт иткән маршруттарын өйрәнә. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, әлеге ваҡытта республикала пассажирҙарға йәшерен хеҙмәт күрһәткән тағы ла 200 самаһы “таксист” бар. Тимәк, был өлкәлә закон боҙоусыларҙы асыҡлау йәһәтенән эш дауам итәсәк.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.