Хәүефһеҙлек
9 Сентябрь 2022, 16:00

Кәмәләре әйләнеп китеп...

Һыуҙа фажиғәле хәлдәр дауам итә.

Кәмәләре әйләнеп китеп...Кәмәләре әйләнеп китеп...
Кәмәләре әйләнеп китеп...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өс ир балыҡ тотҡанда, кәмәләре әйләнеп киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәүһе һәләк булған. Ҡалған икәүһе ярға үҙаллы йөҙөп сыға алған.

Фажиғәле осраҡ кисә кискеһен Краснокама районының Иҫке Бөртөк ауылы янында, Ағиҙел йылғаһында булған. 

"Һәләк булған балыҡсының кәүҙәһен сығарып, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә тапшырҙылар. Оператив-тикшереү эштәре алып барыла", - тип хәбәр итәләр ведомствонан. Осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара.

Һыуҙа һаҡ булығыҙ, балыҡ тотҡанда хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәгеҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас