

Бөгөн кис, 9 сентябрҙә, социаль селтәрҙәрҙе береһенән-береһе ҡурҡыныс фото һәм видеолар тултырҙы: баш ҡалала данлыҡлы Колхоз баҙары яна.
Мәғлүм булыуынса, ут тиҙ арала бина ҡыйығына һәм өсөнсө ҡатҡа тоҡанған. Баҙар биләмәһенән ҡурҡҡан кешеләр йүгереп сыҡҡаны, улар араһында һатыусылар һәм һатып алыусылар барлығы мәғлүм. Унан тыш, баҙар киске 20.00 сәғәткә тиклем эшләгән, шуға күрә бина эсендә әлегә күпме кеше булыу-булмауы аныҡ ҡына билдәле түгел.
Шаһиттар билдәләүенсә, ут "Экономаркет" магазины эсендә башланыуы ихтимал. Ләкин Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре әлегә был мәғлүмәтте раҫламаған.
Ваҡиға урынында 19 янғын һүндереү машинаһы һәм 78 янғын һүндереүсе эшләй. Зыян күргәндәр тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ.
Фото: "Инцидент Уфа и РБ"