Хәүефһеҙлек
10 Сентябрь 2022, 05:00

Самокатта йөрөүҙе тыйырҙармы?

Бер ир 83 йәшлек инәйҙе тапатҡан, икенсеһе үҙе самокаттан ҡолап үлгән...

Самокатта йөрөүҙе тыйырҙармы?Самокатта йөрөүҙе тыйырҙармы?
Самокатта йөрөүҙе тыйырҙармы?

Һуңғы ваҡытта электр самокатына бәйле юл-транспорт ваҡиғалары йышайҙы. Йәй бындай осраҡтар бигерәк тә артты, йылдың тәүге яртыһында ғына ла, былтырғы менән сағыштырғанда, 35 процентҡа күберәк - авариялар 400-гә яҡын.

Бер нисә осраҡ үлем менән тамамланған. Мәҫәлән, Мәскәүҙә бер ир 83 йәшлек инәйҙе тапатҡан, ә 27 йәшлек ир үҙе самокаттан ҡолап үлгән. Бынан тыш, балалар ҡатнашлығында ла бихисап юл-транспорт ваҡиғалары теркәлеп тора, шул иҫәптән иҫерек водителдәр менән бәйле. Ә теркәлмәгәндәре күпме?..

Проект авторҙары белдереүенсә, ғөмүмән, йәйәүлеләр зонаһында был төр транспортты тыйыу авариялар һанын кәметеүгә килтерәсәк. Закон ҡабул ителеренә күптәр ҙур ышаныс белдерә.

Фото: aif.ru

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас