Хәүефһеҙлек
10 Сентябрь 2022, 10:45

Янғында ике кеше һәләк булған

Был юлы янғын Белоретта сыҡҡан

Янғында ике кеше һәләк булғанЯнғында ике кеше һәләк булған
Янғында ике кеше һәләк булған

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Белоретта шәхси йортта сыҡҡан янғында күреү һәләте буйынса инвалид булған 73 йәшлек ир менән 64 йәшлек ҡатын һәләк булған. Фажиғәле хәл бөгөн иртәнге биш тирәһендә Урман урамында урынлашҡан шәхси йорттарҙың береһендә булған. Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, йортта шулай уҡ мәрхүмдең ҡыҙы һәм 16 йәшлек ейәнсәре булған, улар янғын тураһында иҫкәртеүсе прибор ярҙамында ғына йорттан сығып өлгөргән.

63 квадрат метр майҙанда сыҡҡан янғын иртәнге сәғәт 6 тула 10 минутта һүндерелгән, фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

Ведомство иҫкәртә: ут менән һаҡ булығыҙ, фатирҙа тәмәке тартмағыҙ, газ менән дөрөҫ ҡулланығыҙ! Бурҙан, һыуҙан ҡала, ә уттан ҡалмауын хәтерҙән сығармағыҙ. Көндәрҙең һыуытыуы сәбәпле, күптәр электр йылытҡыстары ҡуллана башланы. Уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙегеҙ өйҙә булмағанда тоҡандырмағыҙ.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас